Иглин районының Ҡалтыман ауылында ФАП асылды


Ете ауылда йәшәүсе 2 мең 300 кешегә заманса медицина ярҙамы. Иглин районының Ҡалтыман табип амбулаторияһында халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Яңы медицина учреждениеһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә асылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡалтыман һәм яҡын-тирәләге 7 ауыл халҡы табип амбулаторияһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Бында ике меңдән ашыу пациентҡа сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ҡалтыман ауылында халыҡҡа медицина ярҙамы быға тиклем иҫке фап бинаһында башҡарылған. Яңы табип амбулаторияһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн дә уңайлы.

Ҡалтыман ауылы табип амбулаторияһында тепаевт, педиатр, акушер, теш табибы һәм башҡа белгестәр халыҡты ҡабул итәсәк. Бында вакцинация үтергә, прививка яһатырға, дауахана ҡағыҙын рәсмиләштерергә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа сиҙрәҙе иҫкәртергә, яман шеште алдан асыҡларға мөмкин буласаҡ, ти белгестәр.

Республиканың башҡа төбәктәрендәге кеүек Иглин райоыныда ла «Сәләмәтлек» милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Яҡын киләсәктә Таутөмәндә табип амбулаторияһын, Ҡаҙаяҡ һәм Ҡарамалы ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу күҙаллана.

Гүзәл Борханова