Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендә премиялар булдырыла

Был турала ил хөкүмәтенән хәбәр итәләр. 7 номинацияла еңеүселәр асыҡлана. Уларҙың һәр береһенә миллион ярым һум бирелә. Яҙыусылар, шағирҙар араһында яҡшылар билдәләнә, нәшриәт проекттары, балалар китабы өсөн иллюстрациялар баһалана.