Салауат Юлаев исемендәге махсус батальон хәрбиҙәре ҡыҫҡа ялға ҡайтты. 100-ҙән ашыу хәрбиҙе туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов белдереүенсә, яугирҙар ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Хөкүмәт яғынан һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Республика халҡы көн һайын гуманитар ярҙам әҙерләй, - тине ул. Хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды.