Республикала хәүефһеҙлек операцияһы дауам итә. Уның барышында мең ярым рейд ойошторолған. Йылға һәм күл ярҙарында 500-гә яҡын иҫкәртеүсе билдә урынлаштырылған. Әле балалар һәм балыҡсылар хәүеф төркөмөндә. Һыу буйҙарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса эш йыл әйләһәнәһе дауам итә, тип белдерҙе Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов.