Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам буйынса рейтингта беренсе урында

Был турала  социаль селтәрҙә  Радий  Хәбиров  хәбәр итте.  Беҙҙең республикала йәш ғалимдарға иғтибар ҙур. Улар киләсәктә  беҙҙең фәнде, иҡтисадты алға этәрәсәк. Башҡортостанда ике меңдән ашыу йәш ғалим бар. Ике йылда уларҙың 130-ҙан ашыуы торлаҡ шарттарын яҡшыртты, 500-гә яҡын кеше стажировка үтте.  Һуңғы өс йылда 18 йәштәр лабораторияһы асылды.  Бындай эште дауам итәсәкбеҙ, ти Радий Хәбиров. Рейтингты билдәләгәндә Башҡортостан ғалимдар йәше, торлаҡ шарттары, грант ярҙамы буйныса  юғары баһа алған.