2018 йылдан 2024 йылға тиклем ошондай сумма бүленгән. Киләһе йылда 140 миллионға яҡын биреү ҡарала. Был турала хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы–Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. “Бөгөн ауыл хужалығы кооперативтары үҫә, киңәйә, яңы йүнәлештәр үҙләштерә. Улар республика агросәнәғәте иҡтисадында лайыҡлы урын алып тора. Дәүләт ярҙамын дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Бөгөн Азия һәм Африка баҙарҙарына сығырға кәрәк”, - тине ул. Әле республикала 445 ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә. Быйыл уларҙың килеме 8 процентҡа артыуы көтөлә.