Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты


Салауат Юлаев исемендәге 2-се башҡорт махсус тәғәйенләнеш батальоны хәрбиҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Осрашыу тантаналы шарттарҙа баш ҡалала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте.

Был осрашыуҙы яугирҙар һәм уларҙың туғандары ярты йыл дауамында түҙемһеҙләнеп көтөп алған.

Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон 2023 йылда ойошторола. Тәүгеһе кеүек үк, ул Милли гвардия ғәскәрҙәре структураһында. Күпселек һалдаттарҙың Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда алған хәрби тәжрибәһе бар. Республика Башлығы исеменән махсус бурыстарҙы үтәгәндә айырылып торған хәрби хеҙмәткәрҙәр миҙалдар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.