84 йәштә хәрби операция биләмәһенә ете тапҡыр барған ҡаһарман ханым Силәбелә йәшәй. Ул да булһа беҙҙең милләттәшебеҙ, башҡорт ирекмәне Байрамбикә Хәмитова. Уның менән коллегабыҙ Гөлнур Ишбулатова осрашты.
Ситтә йәшәүсе милләттәштәр араһында ла ғәжәйеп кешеләр осрай. Был йортта бөгөнгө көндөң героиняһы йәшәй. Кем уйлаһын, 84 йәштә лә кешеләр шундай ҡыйыу аҙым яһай тип.
57 йәшлек Факил Хәмитов башҡа бик күп ир- егеттәр кеүек үҙе теләп хәрби операция биләмәһенә юллана. Аралашып торалар. Әсә улы эргәһенә ярҙамға барырға ҡарар итә. Тик өлгөрмәй, Факил батырҙарса һәләк була.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы Әптекәй ауылында тыуып үҫкән ул. Тирә - яҡта уны халыҡ табибы булараҡ беләләр. Байрамбикә ханымдың госпиталгә юлланыуы ла ошоға бәйле. Һалдаттарҙың тән һәм йән яраларын дауалау, улының хеҙмәт урынын күреү.
Байрамбикә Хәмитова хәүефле сәфәргә үҙ аҡсаһына йөрөй, хатта алтын биҙәүестәрен дә һата. Һауаны утҡа тотҡанда ла, уны шартлау тулҡыны өҫкә алып ырғытҡанда ла батыр ҡатын ҡурҡып ҡалмай.
Бала саҡтан күпте күргән, күпте кисергән. 14 йәштән тракторҙа эшләгән Байрамбикә Хәмитова Донбасҡа 8 -се тапҡыр юллана. Хәйерле юл, ағинәй, ябай булмаған сәфәрең уң булһын!
Гөлнур Ишбулатова