Республикала лицензияһыҙ предприятиеларға ҙур штрафтар һалыныуы ихтимал


Башҡортостанда Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алмаған предприятиеларға 100 процент күләмдә ҙур штраф янай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем предприятиеларға тикшереү үтеп, талапты үтәү маҡсатын ҡуйҙы. Әле республикала тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән предприяеларҙың 67 проценты ғына эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн федераль лицензияға эйә . Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә баҡсасылыҡ ширҡәттәрен тәртипкә килтереү, төбәктә бренд булараҡ танылған мәҙәни сараларҙы дауам итеү, мәктәптә туҡланыу сифатын яҡшыртыу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алырға тейеш. Тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар комплекслы экологик тикшереү үткәс кенә, сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. Төбәктә әле ҙур ойошмаларҙың 67 проценты лицензияға эйә. 1 ғинуарға тиклем тикшереү үтмәгән предприятиеларға 100 процентлы күләмдә ҙур штраф ҡаралған.

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам саралары ла иғтибарға алынды. Республикала иҫәпләнгән 424 мең баҡсасылыҡ ширҡәттәренең инфраструктураһын үҫтереү өсөн быйыл 200 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Йыл дауамында баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем 26 км юл төҙөкләндерелгән.Улар Нефтекама, Благовещен ҡалалары эргәһендәге, Шишмә, Иглин, Өфө райондарындағы юл участкалары. Алдағы биш йылда республиканың бөтә райондарындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә сүп-сар сығарыу мәсьәләһен хәл итеү бурысы ҡуйылды.

Башҡортостанда ойошторолған мәҙәни саралар муниципалитеттарға туристарҙы йәлеп итеп , иҡтисади яҡтан ҙур ярҙам булып тора. Быйыл республикала бренд булараҡ танылған 63 сара уҙғарылған. «Салауат йыйыны», «Сауҙагәр», «Бәлешфест», «Башҡорт аты» кеүек ваҡиғалы туризм байрамдарында 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров мәктәптәрҙә туҡланыу һорауҙарына ла туҡталды. Башҡортостан башлығы контроль идаралығы тикшереүенә ярашлы бер нисә мәктәптә йылы аш сифатына ҡағылышлы дәғүәләр теркәлгән. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү муниципалитет етәкселегенә йөкмәтелә һәм даими тикшереүҙәр ойоштороласаҡ.

Флорида Ким