Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 3 меңгә яҡын һорау килгән


Күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға күберәк. Был хаҡта декабрҙәге төп ваҡиғаларҙың береһенә әҙерлек барған Республика менән идара итеү үҙәгендә белдерҙеләр. Иртәгә Радий Хәбиров халыҡтың һорауҙарына шәхсән яуап бирә. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Сәләм» һәм «Юлдаш» радиостанцияһы трансляциялай. Һорауҙы «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграмм-боты, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм GlavaRB.ru сайтындағы кире бәйләнеш платформаһы аша бирергә мөмкин. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Турникта тартылыу малайҙарға көндән-көн еңелерәк бирелә. Ватан һаҡсыларын физик яҡтан әҙерләүгә хәҙер «Башҡорт ихаталары» ла үҙ өлөшөн индерә. Ә бер йыл элек кенә Бүздәк ауылындағы был майҙанда бушлыҡ булған. Былтырғы тура бәйләнеш ваҡытында төбәк башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң район үҙәгендә төҙөкләндерелгән ихата барлыҡҡа килгән.

Программа буйынса майҙанға октябргә тиклем яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйыла, бордюрҙар монтажлана, яңы асфальт һалына, биләмә йәшелләндерелә. Барыһы ла ауыл халҡы менән килешеп башҡарыла. Финанслауҙың төп өлөшө төбәк бюджетынан бүленә.

Быйыл да төбәк башлығы менән тура бәйләшкә һорауҙар күп килә. Мөрәжәғәттәрҙең даирәһе ғәҙәттәгесә киң: сәйәсәт менән иҡтисад, һаулыҡ һаҡлауҙан алып ауыл хужалығына, төҙөкләндереүҙән спортҡа тиклем....

Тура эфирҙа глобаль һәм шәхси мәсьәләләр ҙә ҡарала. Һуңғылары, мәҫәлән, төбәк башлығы кимәленә еткерерлек булмаһа ла, көнкүреш проблемаларын тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә, ти эксперттар. Дөйөм алғанда, бындай аралашыу форматы властар өсөн дә мөһим, сөнки ул төбәктәге проблемаларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, быйылғы эфир ике телдә барыуы менән әһәмиәтле.

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш иртәгә киске сәғәт 7-лә башлана. Бөгөн видеоһорауҙар ҡабул итеү тамамланды, ә бына текстарҙы эфир аҙағына тиклем ебәрергә мөмкин.

Илдар Байбулатов