Башҡортостандан тупланған эшелон кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә юлланды


Составта - 200-гә яҡын егет. Хәрби комиссариаттан белдереүҙәренсә, Ватан һаҡсылары Мәскәү хәрби округына ҡараған ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Йәш һалдаттарҙы туғандары һәм дуҫтары оҙатты. Хәрби хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй. Улар үҙ бурысын Рәсәй биләмәһендәге хәрби частәрҙә үтәйәсәк.