«Берҙәм ғаилә булып» тип исемләнгән тантаналы сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр тетарында үтте. Кисәлә Халыҡтар дуҫлығы йортон ойоштороу башланғысында тороусылар, рәсми ҡунаҡтар һәм төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Юбилей алдынан «Урал һәм Себер башҡорттары» проектына йомғаҡ яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Күп милләтле Рәсәй халыҡтар берҙәмлеге, татыулығы менән көслө. Беҙҙең республика милләт-ара мөнәсәбәт өлкәһендә өлгө булып тора, тиелде юбилей сараһында. 30 йыл элек Башҡортостанда Халыҡтар дуҫлығы йортон булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйыла. Ошо ваҡыт эсендә башҡарылған эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 40-ҡа яҡын милли, мәҙәни һәм йәмәғәт ойошмалары, 25 тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылған.
Концерт программаһында ижади үҙешмәкәр һәм профессиональ коллективтар сығыш яһаны. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтарҙан тыш, Рәсәйҙең 6 төбәгендә эшләп килгән башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре саҡырылған.
Халыҡтар дуҫлығы йорто тиҫтәләгән проекттар авторы. Уларҙың береһе - «Урал һәм Себер башҡорттары» төбәк-ара мәҙәни-мәғариф фествиале. Уның сиктәрендә йыл дауамында башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар өсөн төрлө темаларға бағышланған ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, тематик күргәҙмәләр, фәнни-мәғариф һәм ижади конкурстар ойошторолған. Мәҫәлән, Ханты-Манси автономия округының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге илһөйәрлек йүнәлеше буйынса эш алып барған.
«Башҡортостан» ҡуннаҡханаһында «Урал һәм Себер башҡорттары» проектына йомғаҡ яһалды. Республиканың Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән килешеүҙәр төҙөлдө. Тап бергәләп эшләгән ваҡытта саралар күләмлерәк үтә һәм күберәк кеше йәлеп ителә, ти Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселеге. «Урал һәм Себер башҡорттары» төбәк-ара проектында йәмғеһе 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыуҙы, республикала йәшәгән халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп алған Халыҡтар дуҫлығы йорто киләсәккә лә юғары маҡсаттар ҡуя.
Әлфинә Килдейәрова