Быйыл проектта Хәйбулла районынан 8 ауыл ҡатнашты. Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған йомғаҡлау сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар презентацияларын райондың төп сәхнәһендә яҡланы. Конкурсанттар ауылдарҙа уҙғарылған саралар тураһында видеороликтар тәҡдим итте. Хәйбуллалар быйыл да муниципаль этапҡа дәррәү ҡушылған.Улар араһында Аҡъюлдар ҙа бар. .
Ауылдарҙа ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, һаулыҡ һаҡлау, айыҡлыҡты хуплау һәм махсус хәрби операция яуғирҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө мәҙәни саралар,спорт ярыштары, фәһемле осрашыуҙар, хәйриә акциялары үткәрелгән.
Мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады методисы Миңзифа Ишемғолова төбәктә мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе. Конкурстың халыҡсан, тәрән йөкмәткеле булыуында уның һалған тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
«Айыҡ ауыл»-2024 республика конкурсында Федоровка ауылы муниципаль этап еңеүсеһе тип табылды. Улар республика кимәлендә Хәйбулла районы исеменән сығыш яһаясаҡ.
Гүзәл Борханова