Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты


Утынға нөктә йәки төпкөл урманда урынлашҡан Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты. «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеү һәм газификацияны үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Сәйғәфәр - Йомаш - Юлыҡ - Ишбирҙе ҡасаба-ара газ үткәргесе сафҡа инде. Тантана төбәктә йәшәүселәр өсөн оло байрамға әйләнде.

Ауылды зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу Ишбирҙеләр өсөн иҫтәлекле һәм көтөп алынған ваҡиға. Район үҙәгенән 60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан 186 йортлыҡ ауылда күптәр шәхси эшҡыуарлыҡ, мал көсө менән йәшәй. 11 йыллыҡ мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, балалар баҡсаһы эшләй. Халыҡтың рухи-мәҙәни тормошо, социаль хәле, берҙәмлек төшөнсәләре ауыл биләмәһе етәкселеге, йәмәғәт ойошмаларының да даими иғтибар үҙәгендә.

Тәүгеләрҙән булып йорттарына зәңгәр яғыулыҡ индереүселәр араһында Тулыбаевтар ҙа бар. Махсус хәрби операцияға ике ул оҙатып, береһе һәләк булған яугир ғаиләһен газ менән тәьмин итеүҙе «Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды үҙ өҫтөнә алған. Уларға документтарҙы тәртипкә килтереүҙә һәм газ ҡорамалдарын һатыу алыу өсөн субсидия алыуҙа ярҙам күрһәтелгән.

Хәҙер уңайлы ла, йылы ла. Ғүмер буйы утын әҙерләп, ут яҡҡан ауылдаштары өсөн урындағы йәмәғәт эшмәкәре Зөмәрә Халиҡова ла шат. Ауылда фельдшер булып эшләүсе ханыма тәүлектең төрлө ваҡытында саҡырыуҙар буйынса йөрөргә тура килә. Үҙ йортоңдоң ғына түгел, социаль учреждениеларҙың да йылы торасағы бөгөн - хыялдағы ысынбарлыҡ.

Ишбирҙеләрҙең ҡыуанысын башҡа ауылдар ҙа кисерәсәк. Баймаҡ районының 32 тораҡ пункты дәүләт газификация программаһына индерелгән. Уға ярашлы төбәктә 272 саҡрым газ торбаларын һуҙыу планлаштырыла, был райондың 9921 йортон зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү тигән һүҙ. Селтәр киләһе йыл Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдарына ла барып етер тип күҙаллана.

Раушания Рәхимова