Баш ҡалала Нигерия студентының шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо


Өфө дәүләт нефть техник университетында Нигерия аспиранты Темитайо Огунсолоның күргәҙмәһе үтте. Рәссам фундаменталь фәлсәфәгә башланғыс булған иудаизм- христиан принциптары менән илһамланған.

Илһам, күңел тыныслығы, элекке ғәҙәттәрҙән баш тартыу, яңы һулыш - былар барыһы ла Тайоның картиналарында. Уның персонаждары ғүмер, тәбиғәт, тыныслыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләй. Картиналар үҙ эсенә реализмды һәм фантастика элементтарын ала.


Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алдым, уҡытыусы булып эшләйем. Рәссамға уҡыманым, ул ижади шөғөл генә була торғайны. Һүрәт төшөрөргә бала саҡтан яратам, 2015 йылда профессиональ кимәлдә картиналар яҙа башланым, заказдар ҙа күп. Әлегә тиклем дә шәхси күргәҙмәләр ойошторғаным булды. Ә бөгөнгө картиналарымда мин боронғо йолаларға таянып, кешенең эске донъяһын сағылдырырға тырыштым.

Темитайо Огунсоло, Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты