Радий Хәбировҡа 4300-ҙән ашыу һорау килде. Тура бәйләнештә республика етәксеһе көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Махсус хәрби операция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү төп темалар иҫәбендә булды. Эфирға эләкмәй ҡалған һорауҙар ҙа иғтибарға алынды. Улар хәл ителеү өсөн төрлө ведомстволарға ебәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Республика халҡын борсоған һорауҙар күп, әммә граждандарҙы ишетеп, диалог булғанда мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары тиҙ табыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән тура бәйләнеш йылдағыса йөкмәткеле, файҙалы һәм һөҙөмтәле булды. Республика етәксеһе халыҡ менән аралашып көнүҙәк проблемаларға туҡталды. Әлбиттә, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтағы яугирҙар янына даими барып йөрөй һәм уларҙың көндәлек тормошон яҡшы аңлай. Ил президенты Владимир Путин менән һөйләшкәндә лә әңгәмәнең төп өлөшө Ватан һаҡсыларына ҡағылды тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығына залда һорау биреүселәр араһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә , журналистар, блогерҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар ине. СВО ветерандары республиканан ойошторолған гуманитар ярҙам өсөн рәхмәтен еткерҙе. Радий Хәбиров Ватан һаҡсыларына беҙ үҙебеҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ тигән фекерҙә. Ир-егеттәрҙе тыуған яғында эшкә урынлаштырыу, реабилитация менән ярҙам итеү һорауҙары өҫтөнлөклө бурыс булып тора.
Башҡортостан башлығы республика район-ҡалаларына эш сәфәре менән йыш йөрөй. Урындағы халыҡ менән аралашҡандан һуң, муниципалитеттарҙағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн оператив ҡарарҙар ҡабул ителә. Радий Хәбиров эш сәфәрҙәренең төп маҡсатына туҡталды - урындағы халыҡҡа ярҙам итеү һәм граждандар алдында ҡуйылған вәғәҙәләрҙе үтәү.
Башҡортостан хөкүмәтендә вазифаларҙы раҫлау һорауҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Төбәк етәксеһе борсолмаҫҡа, тиҙҙән хөкүмәт ағзалары билдәләнәсәк тип белдерҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙ вазифаһында эшен дауам итәсәк тип көтөлә. Төбәк башлығы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров отставкаға китә тигән имеш-мимештәргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты.
Өфөлә төҙөлгән «Әр-Рәхим» мәсете киләсәге диндарҙарҙы ғына түгел, республика халҡын борсоған һорауҙарҙың береһе. Радий Хәбиров киләһе йылдарға иман йорто төҙөлөшөнә бәйле эш планын билдәләне. Күләмле төҙөлөш дүрт йыл самаһы дауам итәсәк.
Республиканың йөҙөк ҡашы - Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға ла асыҡлыҡ индерелде. Уникаль һәйкәл Европала берҙән-бер 40 тонна ауырлыҡтағы өс таяуҙа торған скульптура. Инженер һәм техник күҙлектән ҡатмарлы конструкцияны төҙөкләндереү - көн талабы, юғиһә, уны бөтөнләй юғалтыу хәүефе янай.
Тура бәйләнеш барышында ҡабул ителгән һорауҙарҙың байтаҡ өлөшө Радий Хәбиров ҡарары буйынса шунда уҡ хәл ителде. Республика Хәрби комиссариаты бинаһында пандустар юҡ - алғы һыҙыҡта ҡаты яраланған яугирҙарға икенсе ҡатта урынлашҡан хәрби-медицина экспертизаһы бүлегенә инеү еңелдән түгел. Радий Хәбиров был мәсьәләне иртәгә үк хәл итергә ҡушты.
Район-ҡалаларҙан килгән һорауҙар башлыса торлаҡ -коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереүгә ҡағылышлы. Башҡортостан башлығы менән тура эфир көнүҙәк һорауҙарҙы хәл итте, проблемаларҙы асыҡланы. Радий Хәбиров әңгәмә барышында уҡ , борсоған мәсьәләләрҙе иғтибарға алып уларҙы мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеү юлдарын билдәләне.
Флорида Ким