Өфөлә Динис Бүләковтың яңыртылып баҫтырылған «Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә» китабының исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәшләй ғүмере өҙөлгәнкүренекле яҙыусы, прозаик Динис Бүләковтың яңыртылып баҫтырылған «Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә» китабының исем туйы үтте. Сарала әҙиптең яҡындары, ижадташ дуҫтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән баҫмаға Динис Бүләковтың повесть-хикәйәләре ингән.

Китаптың исем туйы яҙыусы тураһындағы яҡты хәтирәләр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Улар араһында Динис Бүләковтың яратып тыңлаған «Абдрахман» һәм «Уралым» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары башҡарылды. Шулай уҡ олаталарының ижадына ейәндәре лә айырым туҡталды. Яңы китап әҙиптең 80 йыллығы уңайынан нәшер ителгән.