Уларҙың исеме мәктәптәргә бирелә. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу ҡарала. Республика премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Был эш өсөн ҡала һәм район ҡаҙнаһынан аҡса бүленә.