Унда ил төбәктәренән белгестәр ҡатнашыуы көтөлә. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе. “Ойоштороусыларға был сараны “Китап байрамы” йәрминкәһе барышында уҙғарырға тәҡдим итттек”, - тине ул. “Ҡотлайым! Китап байрамына ла, “Әйҙә уйнарға” фестиваленә лә әҙерләнергә кәрәк. Уны беҙ яҙға күсергәйнек”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Быйыл республика “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” конкурсының төп призын алды.