Өфө районын Дорогин ауылында күп функциялы яғыулыҡ ҡойоу станцияһы барлыҡҡа килә. уның инвесторы - “Азимут” компанияһы. Проектҡа инвестициялар күләме 50 миллион һум. Республика сауҙа һәм хеҙмәт министрлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, биләмәлә магизин һәм машиналар өсөн туҡталҡа, халыҡҡа эш урындары булдырыла.