Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Mikado компанияһы вәкилдәре “Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы етәксеһе Артем Пензин менән осрашты. Вьетнам ҡунаҡтары булдырған предприятие 20 гектар майҙанда урынлаша. MIKADO яңы төҙөлөш материалдары етештерә. Продукция эске баҙарҙа һатыла һәм 40-тан ашыу сит илгә ебәрелә. Компания Вьетнамдағы иң эре 500 предприятие исемлегенә инә.