Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ул Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫешкән урындағы скверҙа ҡуйылырға тейеш. Бюджетта бының өсөн 50 миллион һум ҡаралған. Миҙхәт Шакиров 1969-1987-се йылдарҙа КПССтың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары була. Радий Хәбиров Өфөлә шулай уҡ билдәле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевҡа һәйкәл урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралыуы тураһында белдерҙе.