Архангел районда йәшәүсе махсус хәрби операция биләмәһендә яугир улы менән осрашты


Архангел районда йәшәүсе Фәрит Хажиев махсус хәрби операция биләмәһендә яугир улы менән осрашты. Мобилизацияланған яҡташыбыҙ күптән түгел яраланған. Улымдың сафта икәнлеген үҙ күҙҙәрем менән барып күрмәйенсә булдыра алманым, ти атай кеше. Районда тупланған сираттағы гуманитар ылау менән ул Донецк халыҡ республикаһына юлланды. Фронттағы осрашыу тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ был аҡ микроавтобусты танып та бөткән. Ул күренә икән, тимәк, тыуған яҡтан күстәнәс килә.Ни тиһәң дә, Грант Авакян хәҙер инде туғыҙынсы тапҡыр үҙ машинаһында гуманитар ярҙам ташый. 72 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуар үҙе рулдә килеп ылауҙы алғы һыҙыҡҡа тиерлек илтеп ҡуя.

Тыуған яҡтан килгән ярҙамды мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ байрамдай күреп ҡабул итә. Бигерәк тә «Хаджа» ҡушаматлы яугир өсөн бөгөн ҡыуаныслы көн. Гуманитар ярҙамды уға атаһы үҙе үк алып килгән.

Йәшләнгән күҙҙәрен ирҙәр ситкә йәшерә. Атаһы яуҙа яраланған улын үҙе килеп күрмәйенсә булдыра алмаған. Яугир сафта-хәҙер күңел бөтөн , ти ул.

Фәрит ағай яугирҙарҙың блиндаждары, ашхана менән танышҡан арала егеттәр үҙҙәре гуманитар ылауҙы бушатып та ҡуйҙы. Архангел районы халҡы фронтҡа иң кәрәкле әйберҙәр оҙатҡан. Төҙөлөш материалдары, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек һәм шәхси посылкалар.

Архангел районында ғына 12 фронтҡа ярҙам итеү үҙәге эшләй. Өлкәнерәктәр маскировка селтәрҙәре үрә, йылы кейемдәр тегә. Балалар иһә 3 д принтерҙарҙа ампула йөрөтөү өсөн һауыттар эшләй. Яугирҙар был юлы дрондетекторҙар алып та ҡыуанды.

Гуманитар ярҙам ташыусылар яугирҙар менән яҡын дуҫтарға әйләнгән. Грант 73 йәшен мотлаҡ иң яҡын кешеләрем менән, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаршы алмаҡсы. Лайф. Они самые близкие мои.

Айнур Кәбиров