Өфөлә иң әүҙем йәштәрҙе билдәләнеләр


«Беренселәр хәрәкәте лидеры» конкурсы финалы Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙҙы. Сара республиканың 61 муниципаль берәмәгенән 600-ҙән ашыу әүҙем йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Уларҙың 120-һе төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Конкурста хәрәкәттең район бүлексәләренең 11 йәштән 25 йәшкә тиклемге ағзалары ҡатнашты. Талантлы йәштәрҙе асыҡлаусы бәйге икенсе тапҡыр Республика Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторола.


Республикала әүҙем йәштәр күп. Был бәйге уларҙың иң-иңдәрен билдәләү өсөн ойошторолған. Егет-ҡыҙҙар үҙ таланттарын күрһәтә, фекерҙәштәр таба ала. Ошо әүҙем, аҡыллы йәштәр республиканың ышаныслы киләсәге тигән фекерҙәбеҙ.

Рәнис Хәсәнов, «Беренселәр Хәрәкәте» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан башлығының йәштәр һәм балалар ойошмалары менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе