Чечен республикаһы Башҡортостан менән туристик проекттар төҙөргә тәҡдим итә


Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Чечен республикаһы менән Башҡортостан араһында туристик бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.

Сарала ҡунаҡтар үҙ төбәгенең туристик потенциалы, иҫтәлекле урындары һәм тәҡдим ителгән турҙары менән таныштырҙы. Улар Башҡортостан вәкилдәренә ял итеү һәм экскурсиялар уҙғарыу мөмкинлектәре тураһында видеояҙма, махсус буклеттар тәҡдим итте. Башҡортостан туроператорҙары үҙ сиратында Чечен республикаһы вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Артабанғы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, хеҙмәттәшлек итеү юлдары барланды.


Өфөгә икенсегә килеүем. Һеҙҙең республиканы ҡарарлыҡ, үҙебеҙҙең төбәкте күрһәтерлек мөмкинлектәр бик ҙур. Тәбиғәт, этномәҙәниәт, кулинария кеүек һәм башҡа тармаҡтар ике яҡ өсөн ҡыҙыҡлы. Шуға ла бөгөнгө сәфәрем осраҡлы түгел. Киләсәккә хеҙмәттәшлекте нығытып, туризм тармағын үҫтереүгә һәм танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ, тигән теләктә ҡалам.

Альви Юлдашев, «Visit Chechnya» милли туроператорының идарасы директоры