Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Ҡар» спектакленең премьераһы үтте


Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Василий Товстоногов пьесаһы буйынса Александр Цыпкиндың хикәйәләре файҙаланылған «Ҡар» спектакленең премьераһы үтте. Әҫәр темаһы һәм драматургия яғынан тамашасы өсөн ғәҙәти булмаған форматта тәҡдим ителгән. Шуға ла ул халыҡ өсөн генә түгел, театр коллективына ла яңылыҡ булып тора. Ике донъя араһында барған ваҡиғаларҙы артистар тормош һәм йәшәү мәғәнәһен фәлсәфәүи яҡтан асырға тырышҡан. Премьераны тамашасы йылы ҡабул итте, уның киләһе составтағыһы 11 декабргә билдәләнгән. Яңы әҫәр республика, Рәсәй театрҙары фестивалдәре өсөн махсус сәхнәләштерелгән.