Радий Хәбиров Игорь Комаров уҙғарған кәңәшмәлә ҡатнашты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров уҙғарған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Был турала республика етәксеһе социаль селтәрҙә хәбәр итте. Уның белдереүенсә, көн тәртибенә төбәктәрҙең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле мөһим мәсьәләләр сығарылған. Тәү сиратта был хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, милли проекттарҙы, шул иҫәптән 2025 йылдан эш башланасаҡтарын да тормошҡа ашырыу. Ҡыш миҙгелен аварияларһыҙ үткәреү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәмәлә итеү һәм балалар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эш контролдә ҡпла. Барылҡ был күрһәткестәр буйынса ла Башҡортостанда хәл тотороҡло. Артабан да республикала йәшәүселәрҙең мәнфәғәтендә эште дауам итәбеҙ, тип белдергән Радий Хәбиров.