Өфөлә Виктор Ивановтың шәхси күргәҙмәһе асылды


«Үҙ күҙҙәрем менән». Хәрби рухани протоиерей Виктор Ивановтың «Рәсәй - минең тарихым» мультимедиа тарихи паркында асылған шәхси күргәҙмәһе шулай тип атала.

Экспозицияла руханиҙың 2022-2024 йылдарҙа махсус хәрби операция барышында графика ысулы менән төшөрөлгән эштәре ҡуйылған. Картиналарҙа яугирҙарҙың көнкүреше, емерек йорттар һәм блиндаждар, махсус техника, ялан кухняһы, пейзаждар һәм яугир яҡташтарҙың портреттары һүрәтләнгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы күргәҙмәне ҡараусыларҙа тәрән хис-тойғолар уята.

Виктор Иванов рухани булыуҙан тыш, рәссам, патриотик йырҙар һәм балладаларҙың автор-башҡарыусыһы ла. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова белдереүенсә, авторҙың һәр әҫәре һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе тәрән хис-тойғолар менән байыта. Рәссамдың күңел күҙе менән күреп ижад иткән картиналары йөрәктән-йөрәккә үтеп инә торған юғары сәнғәт өлгөләре булып тора.