Сюжет нигеҙенә ата менән ҡыҙ араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтың нимәгә килтереүе хаҡында тарих һалынған. Фильм Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында төшөрөлә. Премьера киләһе йылдың февралендә көтөлә.
Актерҙарға мизансценаларҙы камерала бер нисә тапҡыр күрһәтергә һәм дубль һайын яңынан уйнарға тура килә. Тамашасы йөрәгенә үтеп инерлек кадрҙы камераға тотоп алыу өсөн кино күренештәре бер-нисә дубляжда төшөрөлә.
Сюжет буйынса йәш башҡарыусы Арина яңы йыр менән сығыш яһарға тейеш. Ул тулҡынлана, хафаланып ярҙам эҙләй. Әммә яҡын кешеһен, атаһын залда күрмәй. Ҡаушап ҡалған ҡыҙ күҙ йәштәренә төйөлөп сәхнәнән сығып китә.
Фильмды беренсе башҡорт кинокампусы студенттары төшөрә. Бының өсөн улар сентябрҙән ноябргә тиклем махсус белем алған. Продюсер, сценарий, режиссер, актер һәм грим цехтарына белгестәр әҙерләнгән. Улар артистар менән бер команда булып эшләй. Башҡалар иңен тойған 10 йәшлек Йәсмин үҙ ролен еңел башҡарған.
Төп героиня ролен башҡарыу өсөн кастингка 30-ға яҡын кандидат портфолиоһын ебәргән Биш финалист араһынан Йәсмин еңеүсе тип табылған.
Ҡыҙ менән атай араһындағы көсөргәнешле хәл нисек тамамланыр, әллә улар араһында ҡыҙҙың атаһы менән олатаһының мөнәсәбәттәре ҡабатланырмы? Ғаилә тарихының артабанғы үҫешен тамашасылар киләһе йыл февралдә көтөлгән ҡыҫҡа метражлы фильм премьераһында күрәсәк.
Гүзәл Борханова