Махсус хәрби операцияға юлланыусыларға 500 мең һум бирелә. Район Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр итәләр муниципалитет хакимиәтенән. Хәҙер Учалыла махсус хәрби операцияға юлланған яугирҙарға бер тапҡыр түләнгән сумма 1 миллион 705 мең һумға еткән. Нефтекамала һәм Туймазыла бер тапҡыр 300 мең, Өфөлә килешеүгә ҡул ҡуйыусылар 400 мең һум ала. Белешмә өсөн Ситуация үҙәгенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 122 йәки 218-19-19.