Был турала Дим район хакимиәте башлығы Антон Тарасов хәбәр итә. "Азон" ҡушаматлы яугир Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем нәшриәт директор булған, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен алған. Бөгөн ул ауыр яранан һуң реабилитация үтә. Ошо көндәрҙә хәрби район хакимиәтендә булған, махсус операция тураһында китап яҙыу планы менән уртаҡлашҡан. Китаптың бер бүлеге "Азон"дың ғүмерен ҡотҡарған һалдаттарға бағышланасаҡ.