Өфө районынан 66 тонна тауар оҙатылды. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте уны тикшергән, продукция фитосанитар талаптарға яуап бирә. Судан үләне мал аҙығы итеп ҡулланыла. Быйыл республика орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырған. Башҡортостан 4 мең ярым тонна һатҡан.