Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү проектын баш дәүләт экспертизаһы хупланы

  - Реставрацияны  оҫтаханала ғына эшләргә  мөмкин. Бының өсөн скульптураны алырға кәрәк. Һәйкәл урынлашҡан ҡурған яһалма ҡоролма булып тора. Ул да тергеҙелә, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Башҡорт халҡының милли  геройы  Салауат Юлаевҡа  һәйкәл 1967 йылда  асыла. Суйын  скульптураның ауырлығы 40 тоннаға яҡын. Ҡурған менән бергә уның бейеклеге  14 метрға  етә.