Шылтыратыусы урынын автоматик рәүештә билдәләү функцияһы барлыҡҡа килеү менән, мөрәжәғәтте ҡабул итеү ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарҙы. Уңайлыҡ телмәр етешһеҙлеге булған пациенттарҙың шылтыратыуын эшкәртеүҙе лә еңеләйтә. Бынан тыш, оператив үҙәк фельдшерҙары пациент тураһында мәғлүмәтте системаға тулыһынса тултырмай, ул компьютерҙа автоматик рәүештә килеп сыға. Оператив үҙәктә һәр бер шәфҡәт туташының тәүлегенә 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеүен иҫәпкә алғанда, был сираттағы ыңғай үҙгәреш.
Республикала ашығыс медицина ярҙамының матди-техник базаһы даими рәүештә яңыртылып тора. Ашығыс ярҙам хеҙмәте биналары ремонтлана, фельдшерҙарға бер төрлө форма һатып алына, райондарҙа модулле подстанциялар төҙөлә, автомобиль паркы тулылана.