Бер туған дүрт ағалы-ҡустылы Бәшировтар Ватан һағында, махсус хәрби операция биләмәһендә. Улар Архангел районы Максим Горький ауылынан. Егеттәрҙең өсәүһе хәрби юлдан киткән, ә кинйәләре 2022 йылда уҡ хәрби бурысын үтәргә алғы һыҙыҡҡа юлланған. Теүәл бер йылдан һуң контрактҡа ҡул ҡуйған. Ҡаһарман улдар һәм халыҡтың тылдағы ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
Уландарының хәрби юлдан китерен ата-әсәһе күҙ алдына ла килтермәй.Егеттәрҙең әрме хеҙмәтен һайлауы осраҡлы түгел. Улар бөтәһе лә ҡаһарман олатайҙары өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Олатайҙары Зиннәт Әхмәтша улы: Фин, Ватан һәм япон һуғыштарында ҡатнашып, түше тулы наградалар менән ҡайтҡан, 8 бала үҫтергән. Ә ғаилә башлығы Зиннур Зиннәт улы, хәрби осоусы булырға, илебеҙ күген һаҡларға хыял итә. Тик һаулығы буйынса осоусы булыу теләген тормошҡа ашыра алмай. Әммә улдарын хәрби хеҙмәткә ылыҡтырып, батыр һәм спорт һөйөүсе итеп тәрбиәләүгә өлгәшә.
Уларҙың дүртәүһе лә төрлө ғәскәрҙәрҙә һәм йүнәлештәрҙә хеҙмәт итә. Егеттәр алғы һыҙыҡта булғас, бер-береһе менән йыш күрешә алмай. Уларға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда, һирәк кенә осрашыу мөмкинлеге бар. Күп осраҡта аралашыу телефон, смс хәбәр аша. Өйҙә ир-уҙамандарҙы ҡатындары һәм балалары көтә. Ата-әсәһе янына ла улар ашҡынып ҡайта. Зиннур Әхмәтша улының туғандары араһында ла хәрби юлды һайлап, егеттәргә маяҡ булыусылар бар.
Ә тылдағылар еңеүҙе оҫтаханала яҡынайта. Архангел ауылындағы оҫтахана махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк эшләй. Әлеге ваҡытта уларҙың штабы һәр ауылда тиерлек булдырылған. Төп состав - өйҙә ултырырға теләмәгән һәм бөтә көсө менән алғы һыҙыҡтағы егеттәргә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итергә теләгән ветерандар. Бөгөнгө көнгә 700-ҙән ашыу маскировка селтәре оҫта ҡулдар тарафынан үрелеп алғы һыҙыҡҡа оҙатылған.
Оҫтаханала ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр һәм район халҡы окоп шәмдәре, шлемдар, ҡоро душ етештерә, өй шарттарында тушенка һәм туҡмас әҙерләй, ойоҡбаш һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй,ҙурлығы һәм тәғәйенләнеше төрлө булған маскировка селтәрҙәре үрә. Тылда ла, алғы һыҙыҡта ла халыҡ бергәләп тыныслыҡ өсөн көрәшә. Атай-олатайҙарыбыҙ кеүек, улар ҙа мотлаҡ дошманды еңәсәктәренә ышана..
Гүзәл Борханова