Бөрйән районы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына сираттағы гуманитар ылау оҙатты


Төбәк халҡы яугирҙар һорауы буйынса посылкаларҙан тыш, алғы һыҙыҡҡа мобиль мунса, мотоцикл да оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был ниндәйҙер завод, йә ойошма хеҙмәткәрҙәре түгел, ә ябай ауыл халҡы. Берәүҙәр ағас-таҡталар, икенселәре тимер ҡоролмалар килтереп күсмә мунса эшләй. Махсус хәрби операция яугирҙарына тәғәйенләнгән ярҙамда тотош Бөрйән районында йәшәүселәр ҡатнаша.

Бөрйәндәр күсмә мунса әҙер булғас, эсен дә тейешле кимәлгә еткереп йыһазландырып ҡуя. Эләүкәһенән миндегенә тиклем бар.

Яугирҙарға гуманитар ярҙам Бөрйән районының һәр ауылында тигәндәй әҙерләнә. Маскировка селтәрҙәрен үреү киң таралған берҙәм эштәрҙең береһе. Күптән түгел ул Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы базаһында ла тормошҡа ашырыла башланы. Педагогик коллектив илһөйәрлек, Ватанды һаҡлау кеүек темаларға арналған сараларҙы ла даими ойоштора. Махсус операцияла ҡатнашыусылар араһында ла ошо урта махсус уҡыу йортон тамамлаусылар ҙа байтаҡ.

Яугирҙарға сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатырға тотош район үҙәге халҡы сыҡты тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Был юлы Донбасҡа Әбделмәмбәт, Килдеғол һәм Иҫке Собханғол ауылдарынан өс мобиль мунса, бер мотоцикл юл алды. Шулай уҡ хәрбирҙәр һорауы буйынса маскировка селтәрҙәре, бысҡы, бензогенераторҙар, газ баллондары, окоп шәмдәре кеүек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа тупланған. Бөрйәндәр юлдағыларға хәйерле сәфәр, яугирҙарға Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды.

Азат Ғәлиуллин