Был датаға бәйле иҫтәлекле саралар Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында билдәләнде. Өфө районының Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда мәҫәлән, ҙур концерт программаһы тәҡдим ителде. Тамаша төбәктең ижади коллективтары, ирекмәндәр һәм махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтеүсе берләшмә вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Улар араһында хәрби контрактын тултырып ҡайтҡан, яуҙа ике тапҡыр яраланған Рәжәп Арыҫланов та бар. Тамашасылар алдында ул тылдағыларға махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына күрһәткән ярҙам саралары өсөн рәхмәтен еткерҙе. Түш кеҫәһендә йөрөткән хаттың эстәлеге менән таныштырҙы.
Шулай уҡ ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары ла айырым билдәләнде. Тәбрикләү тантанаһынан һуң, артабан Өфө районы ауылдарының ижади коллективтары сығыш яһаны. Ирекмәндәр көнө уңайынан район мәҙәниәт йорто фойеһында махсус күргәҙмә эшләне.