Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры хәйриә спектакле менән сығыш яһаны. Тамаша Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Саранан йыйылған аҡса ла махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға йүнәлтелә. Театр артистары тамашасыға Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль спектаклен тәҡдим итте. Режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Стәрлетамаҡ артистарын Тәүәкән халҡы аншлаг менән ҡабул итте. Спектаклдән һуң, театр актерҙары ауыл ирекмәндәре менән бергә маскировка селтәрен үреүҙә ҡатнашты.