“Тура бәйләнеш” барышында Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр йәшәгән төбәктәрҙә эшкә урынлаштырыу, реабилитация менән ярҙам итеү мәсьәләләренә туҡталды. Башҡортостан башлығы ҡарары менән киләһе йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителеүе лә был йүнәлештә етди эш алып барылыуын дәлилләй, ти махсус хәрби операция ветераны, Шайморатов ордены кавалеры Оскар Ситдиков.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, тура бәйләнеш барышында ҡабул ителгән һорауҙарҙың байтағы хәл ителде. Республика Хәрби комиссариаты бинаһында пандустар юҡлығы асыҡланды - ҡаты яраланған яугирҙарға икенсе ҡаттағы хәрби-медицина экспертизаһы бүлегенә инеү ауыр. Радий Хәбиров был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.