Башҡортостандан Илшат Шәһиҙуллин Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Башҡортостандан Илшат Шәһиҙуллин Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Уҙған йыл яҡташыбыҙ оборона министрлығы менән контракт төҙөгән,   “Башҡортостан”  полкы медицина взводының эвакуациялау бүлеге командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Республикала  махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөүгә бәйле һорауҙарҙы хәрби ведомствоның 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратып, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында бирергә мөмкин. Һайлау алыу пунктының телефоны: (347) 248-29-31.