Башҡортостанда сәләмәт мәктәп туҡланыуы буйынса курстар асылыуы көтөлә

Республика Башлығына тура бәйләнеш барышында блогер, Сәләмәт туҡланыу буйынса эксперт Регина Доктор ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Мәктәп туҡланыуын яҡшыртыу буйынса эш әүҙем бара, уның сифаты яҡшыра. Әммә балалар араһында һимереү һәм икенсе типтағы шәкәр диабеты осраҡтары арта, тип билдәләне ул. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Бик кәрәкле тәҡдим. Республика был өлкәлә илдә иң яҡшыһы булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп туҡланыуын камиллаштырыу  дауам итә”, тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика етәксеһе мәғариф һәм фән министрлығына мәсьәләне эшкә алырға ҡушты. Проект “Роспотребнадзор” һәм Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының эксперт баһаһы аша үтергә тейешлеген дә билдәләне.