Радий Хәбиров VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөнөң Көрәш һарайы майҙансығында бара, унда донъяның 90 иленән 4 мең ярым делегат йыйылған. Улар халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иҡтисадтың төп тармаҡтарын - сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризмды үҫтереү менән бәйле иҡтисади һәм инвестиция мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын Рәсәй өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә берҙәй мөһим. Беҙ төрлө форумдар ойоштороу яҡлы һәм уларҙы уҙғарабыҙ. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы - шуға асыҡ миҫал, тине Радий Хәбиров.