Ауыл биләмәләре быйыл да был программала әүҙем ҡатнаша. Баҙғыя һәм Салмалы ауыл биләмәдәрендә үткән саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баҙғыя ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә ғаилә йылына йомғаҡ яһалды. Тантаналы йыйылшта ауыл һәм район йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, махсус хәрби опреациялағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ғаиләләргә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Баҙғыя ауылында 400-гы яҡын кеше ғүмер итә, йәш ғаиләләр13.Йыйылышта ҡатнашыусылар бер төптән 2025 йылда балалар майҙансығын төҙөп бөтөргә тигән ҡарарға килде. Ауылда иллегә яҡын мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар бар. Ата-әсәләр уларҙы әүҙем уйындарға йәлеп итеү мәсьәләһен ҡуя. Улар өсөн балалар майҙансығы мөһим һәм көнүҙәк.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ауылдарҙа йәшәгән халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алып тормошҡа ашырыла.Программа эшләй башлағандан алып районды төҙөкләндереүгә 48 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Халыҡ Дүрмән һәм Салмалы ауылы үҙәк урамдарында асфальт юл төҙөлөшөн тамамлау тәҡдмен индерә.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү, юдарҙы яҡшыртыу, социаль обьекттар төҙөү һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү,тормошҡа ашырыу халыҡтың әүҙемлегән һәм бәерҙәмлегенән тора.
Гүзәл Борханова