Юрист көнө уңайынан орден-миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров судьялар корпусы вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы йыйылыш республиканың Юғары судында үтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн иҡтисад үҫешен, предприятиелар, бизнес, социаль өлкә, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмаларҙы юридик тәьминәт һәм оҙатыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. «Һеҙҙең тикшерелгән һөнәри ҡарарҙарығыҙ республиканың алға барыуына булышлыҡ итә, күп осраҡта кешеләр яҙмышын билдәләй,»-тине Радий Хәбиров.

Республика судтарында ике меңдән ашыу кеше эшләй. Йыл башынан ғына 1 миллиондан ашыу эш ҡаралған. Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса мирауай судьяларҙың 14 суд участкаһы бинаһында капиталь ремонт уҙғарылған. Төҙөкләндереү эштәре артабан да дауам итә. Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Рәил Шәйҙуллин үҙ сығышында суд власының камил эше - көслө хоҡуҡи дәүләт нигеҙе булыуын билдәләне.