Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй экспорт үҙәге» йәмғиәте директоры Вероника Никишина менән осрашты. Эшлекле әңгәмәлә санкциялар баҫымында иҡтисадты үҫтереү һорауҙары ҡаралды. Башҡортостан тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса илдә иң әүҙем төбәктәрҙең береһе һанала. Республика төбәк экспорт стандарты 2.0 программаһын тәүгеләрҙән булып ғәмәлә ашыра башланы. Республикала донъяның 75 иле менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Төбәк предприятиеларына «Рәсәй экспорт үҙәге» йәмғиәте тарафынан күп яҡлы ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостанға эш сәфәрендә «Рәсәй экспорт үҙәге» йәмғиәте директоры Вероника Никишина Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттарының лабораторияларын күрһәтте. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге кампусының икенсе сираты 2025 йылда асылыр тип көтөлә. Яңы бинала торлаҡ корпустары, геном үҙәге һәм уҡыу-лаборатория блоктары урынлашасаҡ.