Был проектҡа конкурс һөҙөмтәләре буйынса донъя кимәлендәге белгестәр йәлеп ителә. Мәғариф тармағында яңы маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн өс йылға 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында белгестәр заманса алымдар ярҙамында молекуляр-генетик тикшеренеүҙәр үткәрә. Табиптар быуындар патологияһы асыҡланған пациенттарҙың күҙәнәктәрен өйрәнә. Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында улар иртә стадияла диагностика үткәреп сирҙе һөҙөмтәле дауалау юлдарын таба ала.
Ғалимдар өсөн дәртләндереү саралары фән, медицина, мәғариф өлкәләрен үҫтерергә булышлыҡ итә. Уларҙың башланғыстарын хуплау өсөн төбәктә махсус премиялар, гранттар, исемле стипендиялар булдырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында төбәктә ғалимдар өсөн мегагранттар конкурсы уҙғарыласағы тураһында хәбәр итте. Яңы проектты тормошҡа ашырыу өсөн өс йылға 300 миллион һум аҡса бүленә. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусының икенсе сиратын төҙөү ҙә киләһе йылдарға билдәләнгән өҫтөнлөклө маҡсат иҫәбендә.
2022 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы республика юғары уҡыу йорттарына 200 млн һум аҡса бүленә. Комиссия тикшереүенән һуң, сумма йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн йүнәлтелә. Фәнни эш менән шөғөлләнеүсе белгестәр был ярҙамды ипотекаға тәүге иғәнә индереүгә файҙалана ала. Шулай уҡ дәүләт ярҙамын фәнни белемде камиллаштырыу өсөн стажировка, уҡыу өсөн түләүгә ҡулланырға мөмкин.
Флорида Ким