«Тура бәйләнеш» аша республика башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы Собханғол ауылы халҡы медицина объектын үҙҙәре һораған. Быны улар бинаның иҫкереүенә бәйләгән. Хәҙер иһә ауылда диспансеризацияның беренсе этабын, медицина тикшереүен уңайлы шарттарҙа үтеү мөмкинлеге бар. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Рәмил Иҫәнғужин 64 йәштә. Һаулығын ҡайғыртҡан замандашыбыҙға Яңы Собханғол ауылының иҫке медицина пунктын йыш тапарға тура килә. Шунлыҡтан ул Республика башлығына сығырға ҡарар итә. Тотош ауылдаштарҙы борсоған һорау Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә күтәрелә. Һәм теүәл бер айҙан ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башлай.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты уңайлы ғына түгел, яҡшы итеп йыһазландырылған да. Медицина учреждениеһына төрлө йәштәгеләр ҙә мөрәжәғәт итә ала.
Шулай уҡ урында беренсе медицина ярҙамын алыуҙан тыш, район үҙәк дауаханаһы табиптары менән тура бәйләнешкә лә сығырға мөмкин. Бындай сараларҙың булыуы бигерәк тә оло йәштәгеләр мөһимлеген билдәләй.
Бөгөн Бөрйән районында 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләһә, йыл аҙағына тиклем тағы өсәүгә артыуы көтөлә. Уларҙың барыһы ла мөһим препараттар һәм беренсе медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шул уҡ ваҡытта төбәктә белгестәргә ҡытлыҡ бөтөнләй юҡ.
Азат Ғәлиуллин