Дәүләт автоинсекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Лада Гранта» автомобиле «Вольво» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобиленең водителе һәм пассажиры урында уҡ һәләк булған. Күп тә үтмәй «Ниссан» водителе аварияға тарыған транспорт сараларын урап үтергә маташа, әммә «Тойота» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Лада»ның тағы бер пассажиры һәм номаркала ултырған 10 йәшлек ҡыҙ зыян күрә. Улар дауаханаға килтерелә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген координациялау һәм бөтә шарттарҙы асыҡлау өсөн ваҡиға урынына республикалның баш дәүләт автоиспекторы Владимир Севастьянов килә.