Йылы әйбер, хәрби кәрәк-яраҡ һәм бронялы техника - ылауҙы тыл хеҙмәтсәндәре бөртөкләп йыйған. Йолаға ярашлы, йөк машиналары тантаналы шарттарҙа ҡуҙғалды.
Юлдаш Биков гуманитар конвой составында Донбассҡа барыу иҫәбен дә юғалтҡан. Иң тәүгеһенән һанағанда, сираттағы сәфәре менән 80 рейстан ашҡандыр, ти водитель. Был юлы уның йөк машинаһына Дыуан районы халҡы туплаған төҙөлөш материалдары, мотоциклдар, шәхси посылкалар тейәлгән. Фронттағы яугирҙарҙың тыуған яҡ сәләмен көтөп алыуҙары тураһында әйтәһе лә түгел.
Йөк составында 55 кубометр таҡта, төҙөлөш өсөн кәрәкле эш ҡоралдары, генераторҙар, газ баллондары, тәгәрмәс һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Ылауҙы йыйыуға республиканың тиҫтәнән ашыу муниципаль берәмек халҡы көс һалған. Ҡайһы бер район вәкилдәре уны алғы һыҙыҡҡа тиклем оҙатып, яугирҙарға илтәсәк.
Гуманитар конвойҙа айырыуса бронялы техника күп булды. Республика халҡы яугирҙарыбыҙға хәрби припастар һәм яралыларҙы ташыу өсөн 35 автомобиль, 4 мотоцикл оҙатты.
Донбассҡа тиклем водителдәрҙе тәүлектән ашыу юл көтә. Һауа торошо тотороҡһоҙ, шуға юл хәлен белеп булмай. Улар алдында яуаплы бурыс - республика халҡы бөртөкләп йыйған ылауҙы имен-һау яугирҙарға еткереү.
Рәзилә Ғилметдинова