Йыл һайын уҙғарылған сарала Башҡортостандан тыш, илебеҙҙең башҡа төбәктәренә дә оҫталар ҡатнашты. Һөнәрселек аҙнаһы «Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә уҙғарылды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Юлиә Романюк Силәбе өлкәһе Әшә районынан. Ул өләсәһенең шөғөлән дауам итеп, ҡул тирмәнендә он тарта. Бер килограмм он алыу өсөн оҫта сәғәттән ашыу ваҡыт сарыф итә.Уның боронғо рецепттар буйынса өйҙә бешергән тәмлекәстәре күптән инде тотош ил күлмәендә танылыу яулаған.
Ә был картиналар Урал йәшмәһенән эшләнгән. Уны Асҡын райоынды йәшәүсе рәссам, ағас һәм таш әйберҙәр эшләүсе Рәфил Хәбибуллин ижад иткән.Был һөнәргә күпләп йәштәрҙе лә йәлеп итә.
Шамил Нурмәғәмәдов Дағстандың билдәле халыҡ һынлы сәнғәт кәсептәре үҙәгенән - Унцыкүл ауылынан килгән. Ундағы оҫталар ағас әйберҙәрҙе көмөш йәки баҡыр менән инкрустациялай. Шамил Нурмәғәмәдов был һөнәргә олатаһынан өйрәнгән. Оҫта материал өсөн өрөк, ҡырағай груша, ҡарағат, ҡыҙыл һәм сәтләүек ағасын ҡуллана. Уларға металл пластиналар яҡшы тоташа.
Оҫталар Рәсәйҙең 8 төбәгенән һәм республиканың утыҙҙан ашыу районынан йыйылды.Программа сиктәрендә дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарылды.
Майҙансыҡта «Иң яҡшы һөнәрсе» республика конкурсы ойошторолдо, унда башҡорт оҫталары 14 номинацияла көс һынашты. Сараның һуңғы көнөндә иң-иңдәрҙе билдәләп, махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.
Һөнәрселәр үтемле брендтар булдырырға, үҙ изделиеһын килеште итеп төрөргә, маркетплейстарға сығырға, реклама өсөн сайттар булдырырға өйрәнде. Бында алған белем һәм тәжрибә үҙ продукцияһын йөрәк һәм ҡул менән эшләгән кешегә һатып алыусыға мөмкин тиклем яҡынайырға булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова,Рәзилә Ғилметдинова